Даирә
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
1 Мая 2021, 09:20
Мәләүез яғынан - ауыр хәбәр...
Ҡот осҡос аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Асыҡланыуынса...Тулы текст сайтта:
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн иртән республикала фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.
Ауыр хәл Мәләүез районы биләмәһендә булған. Өфө - Ырымбур трассаһының 194-се километрында Өфө йүнәлешендәге ВАЗ-2115 менән ҡаршы килгән бензовоз бәрелешә. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль водителе һәм уның пассажиры шул урында йән биргән.
Республиканың дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле авария урынында тикшереү эштәре бара.
Май айының оҙайлы ял көндәре башланды, юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ! Өйҙә һеҙҙе һәр саҡ яҡындарығыҙ көтә икәнлеген бер ваҡытта ла хәтерегеҙҙән сығармағыҙ, уларҙы ғүмерлек ғазапҡа һалмағыҙ. Май байрамдары күңелле ваҡиғаларға бай булһын!
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/M-l-ez-ya-inan-auir-h-b-r-782390/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!