Даирә
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Май 2021, 09:11

Кеше көнлө әсәнең ғүмерен өҙгән...

83 йәшлек инвалид ҡатын улының өйҙәш ҡатыны ҡарамағында була. Фажиғә булған көндә, асыҡланыуынса...Тулы текст сайтта:

Бөрө районынан 51 йәшлек ҡатын оло йәштәге кешене үлтереүҙә ғәйепле тип табылды.
2020 йылдың 12 апрелендә хоҡуҡ һаҡсыларына 83 йәшлек Дүртөйлө районы кешеһенең үлеме тураһында хәбәр итәләр. Ҡарыуһыҙ әсә улының өйҙәш ҡатыны ҡарамағында була. Юл һәләкәтендә ҡазаланып, үҙаллы хәрәкәт итә алмағанлыҡтан, инвалидтар өсөн креслоға беркетелгән кеше көнлө ҡатындың үлемендә тәүҙә криминаль эҙ күрмәйҙәр. Тик суд-медицина экспертизаһы уның тәне күгәреүен, йәрәхәттәр эҙҙәре барлығын асыҡлаған - был уның үҙ үлеме менән китмәгәнлегенә дәлил. Тикшереү һөҙөмтәләре туранан-тура әбейҙе ҡараған ҡатынға килтергән.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, 2020 йылдың 11 апрелендә ғәйепләнеүсе оло кеше менән талашып киткән, уны тимер таяҡ туҡмаған, быуған. Был мәлдә дауаханала ятҡан улы әсәһе менән һөйләшә алмағас (ҡатыны гел "ул йоҡлай" тип яуап биргән), "Ашығыс ярҙам" саҡыртҡан.


Республика Юғары суды үҙен үҙе яҡлай алмаған кешене үлем хәленә еткереү статьяһына ярашлы 51 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарған - ул ун йылын төрмәлә үткәрәсәк.

Фото: "Башинформ".
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Keshe-k-nl--s-ne--meren--g-n-780712/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас