Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлиндан фәтеүә сыҡты. Уның буйынса быйыл фытыр саҙаҡаһының (зәкәтенең) күләме – 100 һумдан 700 һумға тиклем.
Фытыр саҙаҡаһы урындағы халыҡ ҡулланған ризыҡ төрөнән бирелә. Бер кеше исеменән бер сағ (ике ус менән 4 тапҡыр һалынған ризыҡ) булырға тейеш (2-3 кг).
Фытырҙы мохтаждарға бойҙай, хөрмә (финик), эремсек, йөҙөм, рис (дөгө), ҡарабойҙай кеүек аҙыҡ менән бирергә була. Әбү Хәнифә мәҙһәбенә ярашлы, фытыр саҙаҡаһын аҡсалата бирергә рөхсәт ителә – уртаса 100 һумдан 700 һумғаса.
Фиҙиәнең күләме – 200 һум Х 30 көн - 6 мең һум.
Йыл дауамында ауырыу һәм бик оло йәштә булыу сәбәпле ураҙа тота алмаған кешеләр 30 көн дауамында 1 мохтаж ураҙа тотоусыны
ашатырға тейеш, йә уға фиҙиә саҙаҡаһы түләй.
Кемдәр фытыр саҙаҡаһын мәсеттәргә тапшыра, ул аҡса мәсет файҙаһына йә башҡа маҡсаттарға тотонолмай, сөнки фытыр - мохтаждарҙың өлөшө, шуға мәсеттәрҙәге комиссия шул аҡсаға аҙыҡ-түлек алып, уны мохтаждарға тарата йыл һайын.