Даирә
-25 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Апрель 2021, 14:38

Һуған «стрелка»ға китмәһен өсөн, былай итеп ултыртығыҙ

Һуған «стрелка»ға китмәһен өсөн, былай итеп ултыртығыҙ

Һуғанды ултыртыр алдынан былай эшкәртеү ысулы яҙ өсөн дә, көҙ өсөн дә ярай. Содалы һыуҙа ебетеү уңышты арттыра һәм «стрелка»ға китеүҙән һаҡлай.

Әлеге ысулдың яҡшы һөҙөмтәһенең сере – соданың антисептик үҙенсәлегендә һәм эретмәнең температураһында. Һыу ҡайнар булырға тейеш! Минимум 45 градус, ә 55-60 булһа тағы ла яҡшы. Был осраҡта ебетеүҙең файҙаһы тағы ла күберәк.

1 литр ҡайнар һыу (45-60 градус), 1 сәй ҡалағы өйөп аш содаһы алабыҙ. Ебетеү ваҡыты – 30 минут. Эретмә бик тиҙ һыуынмаһын өсөн, өҫтөн ҡаплап, ҡалын сепрәк менән төрөп ҡуйығыҙ.
Ебетергә һалыр алдынан һуғанды һалынған тиклем еңелсә генә ҡабығынан арындырығыҙ. Бөтөнләй таҙартып төшөрөргә лә ярамай. Көҙөн ултыртҡанда һуғанды киҫмәгеҙ, сөнки был төрлө ауыруҙарға сәбәп була.

Сода, шулай ук, тупраҡтың әселеген дә кәметә. Уны һуған ултыртҡанда көл йәки доломит оно урынына ла ҡулланырға мөмкин. Соҡорҙарҙы еңелсә генә «пудралап» тиҙ генә һуғанды төртөргә кәрәк.

"Авыл хатыны" төркөмөнән
Читайте нас