Төрлөһөнән
25 Апреля 2021, 07:29

Әсә бер юлы дүрт яҡын кешеһен ерләй...

Ишембайҙа ҡот осҡос янғында һәләк булған тотош ғаилә тураһында яңы мәғлүмәттәр бар. Асыҡланыуынса...Тулы текст сайтта:

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Ишембай ҡалаһының Гоголь урамында көслө янғын сығып, 5х7 метр ҙурлыҡтағы бер ҡатлы йортто ялмап ала. Утты һүндереү барышында дүрт кешенең мәйете табыла. Улар - Смирновтар ғаиләһе: 39 йәшлек атай, 12 йәшлек малай, өс йәшлек ҡыҙ һәм 49 йәшлек ҡатын – йорт хужабикәһенең апаһы.
Әсәй кеше эштә булған, ҡайтыуына йорт урынында көл генә ҡалған. Бер бүлмәлә йоҡлаған атай менән балалар һөрөм еҫенән тонсоғоп үлгәндер, тип фаразлана. Апай кеше уттың ҡыҙыуына эләккән, күрәһең - ныҡ янған.
Бер ҡатлы йортто ғаилә ҡуртымға алып йәшәгән булған. Белгестәр белдереүенсә, ут аш бүлмәһендәге электр сымынан сыҡҡан.
“Ғаилә башлығы мебель цехында эшләгән, ә хужабикә - һатыусы. Был йортҡа ике йыл самаһы түләп торғандарҙыр. Һәр саҡ тәртип булды”, – ти күршеләре.
Смирновтар яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлана. Һәләк булған 12 йәшлек Ваняны ғаилә бынан өс йыл элек уллыҡҡа алған булған. Йортта янғын иҫкәрткес тә ҡуйылған. Опека хеҙмәткәрҙәре уларҙы даими тикшергән, 12 мартта һуңғы тапҡыр булғандар, ә 23-ө хакимиәт вәкилдәре лә килеп киткән. Ғөмүмән, ғаилә имен тип иҫәпләнә: ата-әсә эшләй, ҡыҙ - балалар баҡсаһына, ә малай мәктәпкә йөрөгән.
Шулай булһа ла, “һаҡһыҙлыҡ сәбәпле ике һәм унан да күберәк кешегә үлем килтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Төндә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов рәйеслегендә Ишембай районы хакимиәтендә кәңәшмә үткән. Унда бер юлы тотош ғаиләһен юғалтҡан ҡатынға матди ярҙам күрһәтергә ҡушылды.
Фото: @mchsrb.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/s-ber-yuli-d-rt-ya-in-keshe-en-erl-y-775176/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас