Төрлөһөнән
25 Апреля 2021, 14:31

Ҡоллоҡта дүрт йыл...

Ҡол өсөн 100 мең һум аҡса вәғәҙә итәләр...

Был хәл Тверь өлкәһендә Никулинка ауылында була. Ирҙең һөйләүе буйынса, уның паспортын тартып алалар һәм урындағы халыҡтан ҡуртымға алынған өйҙә ҡалдыралар. Уның менән бергә Рәсәй, Беларусь, Тажикстан һәм Украинананан һигеҙ кеше була. Шуларҙың икәүһе хужаның һеңлеһендә дачала эшләй. Ошо көндәрҙә хужаларҙың өйҙә юҡлығынан файҙаланып, дүрт йыл ҡоллоҡта үткәргәндән һуң, Андрей бер үҙе ҡасып китә.
Таксист уға ҡасырға ярҙам итә, аҡса табып Мәскәүгә тиклем алып бара. Шунда уҡ ул аҡсаһы юҡлығын әйтә. Шулайҙа таксист уның хәленә инеп, алып барырға ризалаша.
Таксист һөйләүенсә юлда барғанда уға кемдер таксопарктан шылтыратып ирҙе алып барып ҡуйыуын, бының өсөн 100 мең һум аҡса бирәсәген әйтә, ләкин ул уларҙы тыңламай юлын дауам итә. Волоколамск шоссеһәнда билдәһеҙ машина уны ҡыуып етеп, юл ситенә ҡыҫырыҡлай башлай. Шундай тәжирбәле водитель юғалып ҡалмай, Мәскәүгә әсирҙе килтереп еткерә.
Андрей, таксисит аша дуҫтарына сыға һәм уны Мәскәүҙә дуҫтары ҡаршы алып юл өсөн аҡса бирәләр.Полицияға ғариза яҙа, уны урлауҙары хаҡында ентекле һөйләй.
Ҡығанысҡа ҡаршы бөгөн арабыҙҙа Андерй хәленә ҡалыусылар бихисап. Шуға ла сит ерҙә иғтибарлы булыр кәрәк.
Айнур Акилов.
https://shonkar.rbsmi.ru/news/ollo-ta-d-rt-yil-774808/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
Читайте нас