Был хәл Екатеринбург ҡалаһында була. Панкратов һүҙҙәренсә, был төндә ул ҡала буйлап йөрөгән. Уның күҙенә иҫке йорт салына һәм ул инеп йылынырға уйлай. Подъезд эсендәге ағас баҫҡысҡты яндырып ебәрәгәс , нимә эшләгәнен аңлап, был урындан һыҙыу яғын ҡарай. Ағас йорт тиҙ янып китә, барыһы ла янғындан сығып өлгөрмәй. Янғында 8 кешенең ғүмере өҙөлә. Был ҡылығын , ул йылынырға теләгәйнем тип аңлата. Быға тиклем ул үҙенең шәхсән битендә төрлө ғәжәп урындарҙан видеолар һалып барған. Ә был юлы йортто үртәп, үҙенә халыҡтың иғтибарын тағы ла күберәк йәлеп итергә теләгән. Блогер әйтеүенсә, имеш ул кешеләрҙе үлтерергә теләмәгән. Александр Панкратов сәбәпһеҙ йортто яндырған өсөн присяжныйҙар судында ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итәләр.