Даирә
+13 °С
Ясно
Төрлөһөнән
23 Апреля 2021, 05:27

Һеҙҙең дә тәҙрә төбөгөҙҙә шундай хәлдәрме?

Уңған хужабикәләр өсөн баҡса эштәре иртә яҙҙам уҡ башлана. Башҡаларҙан әллә ни уҙҙырып булмаһа ла, минең дә тәҙрә төптәрендә ошо фотоларҙағы күренеш. Фиалкаларымды бәләкәй уңайлы гөл һауыттарына күсереп ултырттым, һуң ғына петуниялар ултыртҡайным, улары ла мәж килеп шытып сыҡтылар. Помидор үҫентеләре ҡояшҡа ынтылып буйға оҙонайып киттеләр, уларҙы әле тышҡа сығарып ултыртырға иртәрәк. Теплицам да юҡ.Ә йомортҡа ҡабыҡтарында нимә тип уйлайһығыҙ? Йомортҡа ҡабығының файҙаһы тураһында бик шәп кәңәштәр.

Йомортҡа көндәлек тормошта ярайһы ҡулланыла. Ә бына күптәр уның ҡабығын ташларға ғәҙәтләнәгән. Белгестәр иһә уны сүп һауытына һалмаҫҡа, йыйып барырға кәңәш итә, сөнки унда үҫемлектәргә кәрәкле эзбис күп. Ул тупраҡтың әселеген кәметә, структураһын яҡшырта. Ҡабыҡты ерҙе ҡаҙығанда йәки орлоҡто сәскәндә һибергә була. Әлбиттә, иң элек йомортҡа ҡабығын киптерергә һәм тоҡсайға һалып, уҡлау менән төйөп, порошок һымаҡ хәлгә килгәнсе ваҡларға кәрәк.

Бешкән йомортҡа ҡабығын йыйырға тырышығыҙ, микробтарын бөтөрөү өсөн сей йомортҡа ҡабығын ике-өс минут һыуҙа ҡайнатып алырға кәрәк.
Йомортҡа ҡабығы менән тулыландырыуҙы кишер, кәбеҫтә, ҡыяр, шалҡан ярата. Еләк-емеш ағастарынан сейә, слива, һырғанаҡ эзбисҡа мохтаж. Был ҡалдыҡтарҙы иң беренсе сиратта уларға индерергә кәрәк.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас