Даирә
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Апрель 2021, 21:44

Ирҙәр һәләк булған...

Кабина эсендә 47 йәшлек бригадир һәм 38 йәшлек баш механик ултырған булған. Асыҡланыуынса...

Өфө районында ике ир һыуға батҡан экскаваторҙа һәләк булған. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы кисә “Баштрансгидромеханизация” ябыҡ акционерҙар ойошмаһы карьерында булған бәхетһеҙлек осрағын тикшерә башлаған.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, һыу менән тулған карьерға техника ауа. Кабина эсендә 47 йәшлек бригадир һәм 38 йәшлек баш механик ултырған була. Улар бер нисек тә экскаваторҙан сыға алмай.
Инспекторҙар фажиғәгә килтергән сәбәптәрҙе, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең һәм хеҙмәтте һаҡлау талаптарының үтәлешен асыҡлай.
Фото: Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас