Даирә
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
21 Апреля 2021, 05:32

Вахтасы ир табылған да бит...

Уның ҡатыны һәм бәләкәй балалары ҡалған.Тулыраҡ

Башҡортостанда бынан өс ай элек 35 йәшлек ир юғалғайны. Уның вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләгәне билдәле. Юрий Половкин Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән.
Бөгөн бына күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды. Юрийҙың кәүҙәһе генә табылған. Был турала “Отклик” эҙәрмәндәр отрядына һылтанып, “Комсомольская правда” гәзите хәбәр итә.
Ирҙең кәүҙәһе ҡайҙа табылғаны һәм уның нилектән үлгәне тураһында мәғлүмәт юҡ. Шулай ҙа ҡайһы бер сығанаҡтар ир аҙашҡан һәм өшөп үлгән ти. Әле уның кәүҙәһе суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән.
Ир 13 ғинуарҙа ғәйеп булғайны. Ул өйөнән сығып киткән һәм ҡайтмаған. Туғандары уны полиция, ирекмәндәр аша эҙләне, хатта экстрасенстарға ла мөрәжәғәт иткән, тик һөҙөмтә булмаған. Асыҡланыуынса, Юрий быға тиклем дә юғалған әммә һәр ваҡыт кире ҡайтҡан булған.
Юғалыры алдынан Юрий Себергә сираттағы вахтаға китергә тейеш булған. Уның ҡатыны һәм бәләкәй балалары ҡалған. Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Комсомольская правда.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Vahtasi-ir-tabil-an-da-bit-769813/
Читайте нас