Халҡы ситкә китеү иҫәбе буйынса икенсе урында Өфө районы тора, 236 кеше теркәүҙән төшкән. Өсөнсө баҫҡыста - Мәләүез районы, 199 кеше ситкә киткән. Шулай уҡ Бәләбәй һәм Белорет райондарынан да халыҡтың күпләп күсеп китеүе күҙәтелгән.
Ҡалалар араһында Өфө беренсе урында тора – 1241 кеше ситкә киткән. Икенсе баҫҡыста Стәрлетамаҡ – 321, өсөнсөлә Нефтекама – 212, дүртенсе баҫҡыста торған Салауат ҡалаһынан 211 кеше ситкә киткән.
Фото: Башинформ.
Автор: Рәмилә Мусина.