Төрлөһөнән
18 Апреля 2021, 17:32

Туғандарға әйтергә ярамаған 10 әйбер

“Бай йәшәй, шул туғаныбыҙға ярҙам итһә була инде, быныһына фатир һатып алыуға аҡса биреп тора ала инде...” - тип әйтеүсе бер-ике кеше мотлаҡ табыласаҡ.Тулы текст сайтта:

Беҙҙең халыҡта туғаның менән татыу йәшәү иң фарыз ғәмәлдәрҙән һанала. Туғандар араһындағы дуҫлыҡ – изге ҡиммәт ул. Әммә тормошта туғандарыңа әйтмәүең хәйерле булған нәмәләр ҙә бар. Психологтар, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса белгестәр бына нимәләр хаҡында туғандарға әйтмәҫкә кәңәш итә.
Күпме аҡса алыуығыҙҙы
Һеҙҙең килемегеҙҙең күпме булыуын туғандарығыҙҙың белмәүе хәйерле. Бигерәк тә хәлле йәшәгән кешенең аҡсаһын бүлергә яратыусылар күп була: “Бай йәшәй, шул туғаныбыҙға ярҙам итһә була инде, быныһына фатир һатып алыуға аҡса биреп тора ала инде...” - тип әйтеүсе бер-ике туғанығыҙ мотлаҡ табыласаҡ.
Күпме бурысығыҙ булыуын
Бурысҡа батҡан кешегә мөнәсәбәт бер кем тарафынан да яҡшы булмауы көн кеүек асыҡ. Хатта һеҙ бурысығыҙҙы үҙегеҙ түләп, кәметеп барған осраҡта ла “аҡса тота белмәй” тип, ғәйеп тағыусы буласаҡ.
Нимәгә аҡса тотоноуығыҙҙы
Һеҙ эшләп тапҡан аҡсаға – һеҙ хужа, уны нисек теләйһегеҙ, шулай тотона алаһығыҙ. Нисә һумға нимә алыуығыҙ тураһында бер кемгә лә отчет биреп барырға кәрәкмәй. Үрҙә әйткәнебеҙсә, аҡсаны туҙҙырыуҙа ғәйепләүсе лә, кәңәштәре менән маҙалаусы ла мотлаҡ табыласаҡ.
Проблемалар тураһында
Һеҙҙең проблема һеҙгә генә ҡағыла һәм, нисек кенә ауыр булмаһын, уны барыбер һеҙ хәл итергә тейешһегеҙ. Һеҙҙең сер итеп һөйләгән проблемағыҙҙы туғанығыҙ башҡа кешегә һөйләүе ихтимал, шулай итеп, ғәйбәт башы туғандар булып ҡуйыуы ла бар. Бөтә проблемаларығыҙҙы туғандарығыҙға һөйләп, уларҙан ярҙам көтөп ятыу – килешкән эш түгел, ошо арҡала ара боҙолоуы ла ихтимал.
Эш буйынса көтөлгән үҫеш хаҡында
Етәксегеҙ һеҙҙе юғарыраҡ урынға күтәрергә теләүе хаҡында әйткән икән, был хаҡта шунда уҡ бөтә туғандарға хәбәр итергә кәрәкмәй. Әлегә ул вазифаға һеҙҙе тәғәйенләмәгәндәр, хәл-торош уйламағанда үҙгәреүе лә ихтимал. Шуға күрә барыһы ла хәл ителгәс, һөйөнсөләү яҡшыраҡ.
Берәй әйбер алырға теләүегеҙҙе
Ҙурыраҡ әйбер һатып алырға теләһәгеҙ, был хаҡта бөтә туғандарығыҙға һөйләмәгеҙ. Араларында “нимәгә ул һиңә, аҡса әрәм итеп” тип әйтеүсе табылыуы бар. Әгәр кемдер менән кәңәшләшергә кәрәк икән, был мәсьәлә буйынса яҡшы хәбәрҙар булған, ысынлап урынлы кәңәш бирә алырлыҡ туғанығыҙ менән генә һөйләшегеҙ.
Ҡайҙа ялға барырға йыйыныуығыҙҙы
Әгәр туғандарығыҙҙан айырым ял итергә теләһәгеҙ, был хаҡта уларға алдан әйтмәй тороу яҡшыраҡ. Бик тә булмаһа, эш буйынса барырға йыйынам, тип әйтергә була.
Яңы эшкә күсергә теләүегеҙҙе
Был хаҡта бигерәк тә олораҡ йәштәге туғандарғыҙға әйтмәү хәйерле, сөнки улар үҙгәрештәрҙе ауыр ҡабул итә. Улар ваҡытынан алда һеҙҙең өсөн борсола башлаясаҡ, икенсеһенә һеҙ бара торған урын оҡшамаясаҡ, өсөнсөһөнә... Өҫтө-өҫтөнә яуған кәңәштәр, икеләнеүҙәр һеҙҙе лә уйлаған ниәтегеҙҙән кире ҡайтарыуы ихтимал.
Киләсәккә пландарығыҙҙы
Кеше һәр ваҡыт нимәләре тураһында хыялланып, шул хыялдарға өлгәшеү өсөн маҡсаттар ҡуйып, пландар билдәләп йәшәй. Әммә былар хаҡында туғандарға ла, башҡа таныштарға ла һөйләргә тырышмағыҙ. Маҡсатығыҙға әкрен генә барығыҙ, артыҡ иғтибар йәлеп итмәгеҙ. Шул осраҡта һеҙ уй-ниәттәрегеҙгә тиҙерәк тә, яҡшыраҡ та ирешерһегеҙ.
Ғаиләләге ауыр хәл тураһында
Ирегеҙ йәки ҡатынығыҙ менән һүҙгә килештегеҙ, ти. Был хаҡта кемгә-кемгә, әммә туғандарға һөйләргә кәңәш ителмәй. Һеҙ йәмәғәтегеҙ менән мотлаҡ ярашасаҡһығыҙ, арала бер ни булмағандай йәшәп китәсәкһегеҙ. Ә туғандарығыҙ күңелендә ул кеше тураһында насар фекер, улай уҡ булмағанда ла ниндәйҙер юшҡын ҡаласаҡ. Бының менән һеҙ улар алдында ирегеҙҙең (ҡатынығыҙҙың) бәҫен генә төшөрәсәкһегеҙ.
Фото: kiozk.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Tu-andar-a-yterg-yarama-an-10-yber-766455/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас