Даирә
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
18 Апреля 2021, 12:58

Эттәр талап үлтергән малай хаҡында яңы мәғлүмәттәр билдәле булды

Малайҙы 20 апрелдә һуңғы юлға оҙатасаҡтар.

Учалы районының Сәфәр ауылында дүрт йәшлек малайҙың фажиғәлә үлеме хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Урамда велосипедта йөрөгәндә малайға берәҙәк эттәр ташлана, уларҙың берәүһе малайҙың тамағын умырып, башын өҙә. Был саҡта әсәһе өйҙә кер йыуған. “Ул сығып китте, мин кер йыуа башланым, 15 – 20 минуттан һуң күршем йүгереп килеп инеп, улыма эттәр ташланыуы хаҡында әйтте”, - тип һөйләй әсәһе. Әйткәндәй, 27 апрелдә малай биш йәшен билдәләргә әҙерләнгән. Ғаиләлә тағы 15 йәшлек ул үҫә. Малайҙы һуңғы юлға 20 апрелдә оҙатасаҡтар. Ерләү сығымдарын район хакимиәте үҙ өҫтөнә алырға вәғәҙә биргән. Берәҙәк эттәрҙең күп өлөшө тотолһа ла, иң агрессив икәүһе ҡасҡан.
Республика Башлығы Радий Хәбиров был фажиғә айҡанлы хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү үткәрәсәген белдерҙе. “Беҙ был хәлде ентекле анализлап, тейешле һөҙөмтә эшләрбеҙ, ә берәҙәк эттәр проблемаһын айырым күҙәтеүгә аласаҡбыҙ”, - тине ул.
Мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Рен ТВ
https://shonkar.rbsmi.ru/articles/bizm-ng-alyp/Ett-r-talap-lterg-n-malay-ha-inda-ya-i-m-l-m-tt-r-bild-le-buldi-766469/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
Читайте нас