Төрлөһөнән
18 Апреля 2021, 08:10

Ебәк кеүек булһын сәстәрең!

Был ҡатнашманы ҡулланғандан һуң сәсегеҙ ялтырап, сәләмәтләнеп, тарау өсөн еңел булып ҡалыр.

Хәҙерге көндә бөҙрәханалар сәстәрҙе матурлау йәһәтенән ниндәй генә хеҙмәттәр күрһәтмәй: бөҙрәләй, турайта, ялтырата, ҡалынайта... Әлбиттә, был хеҙмәттәр ярайһы уҡ ҙур ғына сығымдар талап итә. Мәҫәлән, сәстәрҙе турайтып ялтыратыу (ламинирование) Өфөлә яҡынса 800-1000 һумдан башлана.
Һеҙҙең иғтибарға ошо эффектты биргән ҡатнашма тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн бер ҡалаҡ зәйтүн майы, бер ҡалаҡ кастор майы, бер ҡалаҡ дегәнәк майы, бер ҡалаҡ көнбағыш майы, бер балғалаҡ бал, биш тамсы А витамины, биш тамсы Е витамины, бер йомортҡа һарыһы кәрәк.
Ошоларҙың барыһын да бергә ҡушып, яҡшы итеп бутарға һәм бер аҙ еүешләнгән сәстең буйынан-буйына һөртәргә. Бер сәғәттән һуң шампунь менән яҡшы итеп йыуырға. Сәстәрегеҙ ялтырап, сәләмәтләнеп, тарау өсөн еңел булып ҡалыр.
Ҡатнашма өсөн кәрәкле майҙар һәм витаминдарҙың барыһы ла косметика салондарында, дарыуханаларҙа һатыла һәм хаҡтары ла ҡыйбат түгел.
Фото: avon-061.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Eb-k-ke-ek-bul-in-s-st-re-766207/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас