Даирә
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Апрель 2021, 18:10

"Улар коронавирустан һуң саҡ аяҡҡа баҫып килә ине"

Белоретта пенсия йәшенә етеп килгән ирле-ҡатынлы бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалған. Ҡыҙҙары хәбәр итеүенсә...Тулы текст сайтта:

Апрелдә Белорет ҡалаһының бер урамында шәхси йорт янып китә. Хужалар саҡ сығып өлгөрә. Бер нисә минутта ғаилә бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡала.
Мәғлүм булыуынса, ирле-ҡатынлы коронавирус менән ныҡ сирләгәндән һуң яңы аяҡҡа баҫып килгән.
“Әсәйем ауырыуҙан һуң эшкә сыҡманы, йорт хужабикәһе булып ҡалды. Ныҡлап шәбәйеү өсөн күп ваҡыт талап ителә бит. Атайым бер аҙ атлай башлағас, оҫтаханаһында ағастан төрлө әйберҙәр эшләй башланы. Был уларҙың йәшәү сығанағы ине. Икеһе лә пенсия алды йәшендә. Хәҙер был һаулыҡтары менән эшкә урынлаша алмаҫтар ҙа инде”, – тип яҙа ҡыҙы Аня.
Йорт хужаһы оҫтаханаһында эшләгән саҡта шырт иткән тауышты ишетә, тирә-яҡҡа ҡарай, әммә бер нәмәне лә тоймай. Ә бер нисә минуттан инде стенаны һәм ҡыйыҡты ут ялмап та алған була. Өлкәндәр үҙ көсө менән утты һүндерергә маташа, тик килеп сыҡмай. Янғын йортҡа күсеп, уны ла ялмап ала. Хужалар тәҙрә аша саҡ сығып ҡотола. Шулай итеп, бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡала был ғаилә.
Ошо ваҡиғанан һуң ҡыҙҙары социаль селтәр аша ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Битараф булмаған белореттар хәлдәренән килгәнсе ярҙам итә башлай: кемдер аҡсалата, кемдер әйберләтә. “Һеҙгә ҙур рәхмәт! Атай-әсәйем йыйылған аҡсаға әле кейергә кейем алды. Битараф булмаған, ярҙам итергә ынтылған кешеләр күп”, – тип яҙған ҡыҙы, мәрхәмәтле кешеләргә йылы һүҙҙәрен еткереп. Ысынлап та, бәлә килгәндә кемдең кем булыуы күренә лә инде.
Фото: "БЕЛОРЕЦК Online" социаль төркөмө.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ular-koronavirustan-u-sa-aya-a-ba-ip-kil-ine-756707/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас