Даирә
-25 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Апрель 2021, 17:02
Гүзәл Уразова ниңә ҡырға сығып киткән?
"Илдар ике айлыҡ сағында бик ныҡ ауырыған. Йылы яҡҡа алып барығыҙ, юғиһә өҙлөгәсәк, тигәндәр. Атай менән әсәй иһә..."Тулы текст сайтта:
Билдәле булыуынса, Татарстандың халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Уразова шәхси тормошо хаҡында социаль селтәрҙәр аша даими һөйләп бара. Кисә ул ире һәм кескәй ҡыҙсығы менән йылы яҡта төшкән фотоһын һалған, уға аңлатма ла яҙған.
"Ҡыҙыбыҙға табиптар климатты ваҡытлыса алмаштырырға кәңәш итте. Шуға күрә беҙ Төркиәлә. Илдар үҙенең бала сағы тураһында һөйләп алды. Ике ай сағында бик ныҡ ауырыған булған. Табиптар уны йылы яҡҡа алып барырға кәңәш биргән. Кире осраҡта, өҙлөгәсәк, тигәндәр. Әсәй менән атай баланы Кавказға алып сығып китә. Шулай итеп, Илдар дүрт йәшенә тиклем Кавказда үҫә. Биш йәшендә кире Башҡортостанға ҡайталар. Ул башҡаса бер ҡасан да ауырымаған. Тимәк, барыһы ла дөрөҫ эшләнгән.
Әле Ариана үҙен яҡшы хис итә. Сирләмәгеҙ, ауырымағыҙ, сәләмәт булығыҙ", - тип яҙған йырсы.
Кескәй Ариананың ҡояшлы Төркиәнән һау-сәләмәт булып ҡайтыуын теләйбеҙ.
Фото Гүзәл Уразованың шәхси архивынан.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/G-z-l-Urazova-ni--ir-a-si-ip-kitk-n-756701/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!