Даирә
-25 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Апрель 2021, 17:14

Фидан Ғафаров ситтә ҡыҙы барлығын йәшермәй

"Яңылышыуҙа бала ғәйепле түгел", - ти ул

Яратабыҙ ҙа инде артистарҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынырға! Үҙебеҙсә имеш-мимештәр һөйләп, күңелебеҙҙе лә күрәбеҙ. Ошо көндәрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Ҡазанда гастролдә булды. Шуны ғына көтөп торған тамашасылар Фидан Ғафаровтың шәхси тормошо хаҡында текемләп һорашҡан. Был хаҡта “Интертат” сайтында яҙылған. “Ҡыҙым тураһында ҡатыным да, улым да белә. Беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итешеп йәшәйбеҙ. Ҡыҙымдың исеме Самира”, - ти халыҡ артисы.
– Ҡатынығыҙ хыянатығыҙҙы ла кисергән бит.
– Кисерҙе. Күптәр кисермәй. Ә кисерергә кәрәк. Был бит кешенең тәбиғәте. Минутлы йәки сәғәтле теләктән дә бала тыуырға мөмкин. Кеше үҙен контролдә тота алмай. Эш енестә түгел. Контроль юғала, әммә һөҙөмтәлә бала тыуа. Беҙҙең яңылышыубыҙға бала ғәйеплеме? Ғәйепле түгел. Балалар фәрештә бит. Үҫкәс:” Атайым ҡайҙа?” – тип һорайҙар. “Ниңә атайым юк?” – тип иларға ла мөмкиндәр. Уларҙың гонаһы юҡ. Ниңә мин балаға атайһыҙ тормош бүләк итергә тейешмен?..
https://shonkar.rbsmi.ru/articles/common_material/Fidan-afarov-sitt--i-i-barli-in-y-sherm-y-746443/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
Читайте нас