Даниил, Эвелина, Амелия, Ислам, Оливия, Ассель, Дияз, Эльзина, Мелита, Мия - бәхетле ата-әсәләр ул-ҡыҙҙарына ошондай исемдәр һайлаған икән. Ә Ильфира һәм Ильфат Ишмаҡовтар ғаиләһендә игеҙәк ҡыҙ донъяға килгән. Уларға Лиана һәм Диана тип ҡушҡандар. Уларҙың бер йәшлек Әминә апалары ла бар икән. Сабыйҙарға һәм уларҙың ата-әсәләренә ныҡлы һаулыҡ һәм аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!