Даирә
+19 °С
Ясно
Төрлөһөнән
3 Апреля 2021, 16:10

Ҡамырһыҙ пицца

Еңел генә әҙерләнгән туҡлыҡлы ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Был ризыҡты әҙерләү өсөн кәрәк: бер тауыҡтың түш ите, 150 грамм сыр, ике помидор, ике картуф, бер баш һуған, ике ҡалаҡ майонез, биҙәү өсөн зәйтүн емеше.
Тауыҡ итен ит турағыс аша йәки блендер ярҙамында ваҡлап, майлы табаға һалып ҡыҙҙырабыҙ. Өҫтөнә ярымбалдаҡлап ҡырҡылған помидор теҙәбеҙ, саҡ ҡына майонез һылайбыҙ. Артабан ярымбалдаҡлап туралған һуған һәм бешкән картуфты ҡырғыс аша үткәреп һалабыҙ. Тағы майонез яғабыҙ. Ит өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һалабыҙ ҙа, табаны ҡапҡас менән ябып, 10 минут самаһы талғын ғына утта тотабыҙ. Өҫтөн зәйтүн емеше менән биҙәп бирергә мөмкин.
Фото: pp-day.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/amir-i-pitstsa-746746/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас