Даирә
+20 °С
Облачно
Төрлөһөнән
24 Марта 2021, 06:04

Ҡайһы ризыҡты ҡасан тоҙларға?

Бешергәндә - алдан, ҡыҙҙырғанда - аҙаҡтан... Тулыраҡ:

Һәр хужабикә тоҙҙо теге йәки был ризыҡҡа ҡасан, күпме һаласағын үҙе белә. Әммә һәр нәмәнең үҙ ваҡыты булған кеүек, тоҙ һалыуҙың да тәртибе бар икән.
Бауырҙы тоҙ һалмайынса ғына ҡыҙҙырһаң, ул йомшаҡ булып бешә. Уны ризыҡ әҙер булыр алдынан ғына һибәһең.
Уха бешергәндә тоҙҙо баштан уҡ һалырға кәрәк. Балыҡты ҡыҙҙыра башлағансы 10 минут алдан тоҙ һибеп ҡуйһаң, ул таралмай ғына матур булып бешә.
Бутҡаға тоҙҙо бешеп сығыр алдынан ғына һалырға. Былай иткәндә тоҙ тигеҙ булып һеңәсәк.
Картуфты ҡабығы менән бешергәндә, тоҙҙо баштан һалырға мөмкин. Ҡабығынан әрселгән картуфты иһә һыу ҡайнап сығыуға тоҙларға кәңәш ителә. Ә бына ҡыҙҙырып бешергәндә иң аҙаҡтан тоҙ һипкәндә, ул кетерләп һәм ҡыҙарып ҡына бешәсәк.
Тоҙло кәбеҫтәнән аш бешергәндә, тоҙҙо кәбеҫтәһе бешеп сыҡҡас ҡына һалығыҙ.
Салаттар өсөн йәшелсәләрҙе тоҙһоҙ бешерәләр.
Ит, балыҡ һурпаһы ҡайнатҡанда тоҙҙо башта уҡ һалғанда, һурпа тәмлерәк була. Ә бына йәшелсә ашына ҡайнап сығыу менән тоҙ һалырға тәҡдим ителә.
Итте ҡыҙҙырып бешергәндә тоҙҙо һуңыраҡ һалалар, алдан тоҙлағанда ит ҡаты була.
Билмән, макарон төрҙәрен бешергәндә тоҙҙо ҡайнап сыҡҡан һыуға һалырға.
Ҡуҙаҡлыларҙы әҙер булыр алдынан 10- 15 минут ҡалғас тоҙлайҙар.
Әлбиттә, һәр хужабикәнең үҙ алымдары, бешеренеү нескәлектәре барҙыр. Беҙ һеҙгә тик үҙ кәңәштәребеҙҙе генә еткерҙек. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото:leaderfood.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/yal-s-tend/ay-i-rizi-ti-asan-to-lar-a-730388/
Читайте нас