Даирә
+20 °С
Облачно
Төрлөһөнән
24 Марта 2021, 06:01
Атаһы, улым ҡайтыр, тип өмөтләнһә лә...
Ғафури районында ирҙең кәүҙәһен балта менән тураҡлаған ҡатынды ҡулға алғандар. Асыҡланыуынса...
Ошо көндәрҙә Ғафури районында ҡот осҡос хәл булған: урындағы кешеләр ҡоҙоҡ төбөндә тураҡланған ир мәйетен тапҡан. Был хаҡта республика буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итә.
Тиҙ арала ҡанлы ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре килгән, улар мәйетте тикшереүгә ебәргән. Тиҙҙән аяныслы үлемгә дусар булған кешенең кемлеге асыҡланған: 40 йәшлек Көйөргәҙе районы кешеһе. Әйтеүҙәренсә, ул 12 февралдә үк юғалған.
Ирҙең ғәйеп булыуы хаҡында полицияға атаһы хәбәр иткән. Оло кеше, улым аҡса эшләргә сығып киткәндер, ҡайтыр, тип өмөтләнгән, әммә...
Оперативниктар һәм тәфтишселәр ваҡиғаның нисек булыуын асыҡлаған. Бының өсөн улар мәрхүмдең аралашҡан кешеләрен барлаған. Һуңғы ваҡытта ирҙең бер ҡатын янында йыш күренеүе лә асыҡланған. Улар араһында романтик мөнәсәбәт булғаны мәғлүм.
Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, бер кем дә вәхшиҙең ҡатын-ҡыҙ булыуын көтмәгән. Үлтереүсегә - 39 йәш, ул Аҡкүл ауылынан. Ҡатын тәүҙә мәрхүм менән танышлығын инҡар итеп маташҡан. Әммә тәжрибәле хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре хәҡиҡәтте тиҙ асыҡлаған.
Мәғлүм булыуынса, был икәү алкоголле эсемлектәр менән кәйеф-сафа ҡорған. Әммә тиҙҙән уларҙың табыны низағҡа әүерелгән. Ир ҡатынды көнләшеп маташҡан, дәғүәләр белдергән. Шул саҡ тегеһе уҡлау алып, табындашының башына тондорған. Ирҙең йән биргәнен аңлағас, артабан нимә эшләргә икәнлеген уйлай башлаған. Полицияға шылтыратмаған: ике көн кәүҙәне өйҙә кухняла һаҡлаған, унан, әхирәтенең кәңәше буйынса, кәүҙәне балта менән турап, төнөн санала ташландыҡ ҡоҙоҡҡа килтереп ташлаған.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эше дауам итә. Ҡанһыҙ ҡатын закон алдында яуап бирәсәк.
Фото: республика буйынса Тәфтиш комитеты.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ata-i-ulim-aytir-tip-m-tl-n--l-729790/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!