Даирә
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
20 Марта 2021, 04:37

Тыуған көнөгөҙ менән, Радий Фәрит улы!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең тыуған көнөн билдәләй.

“Эксперт Башкортостан” гәзите хәбәр итеүенсә, Радий Фәрит улы ғүмер байрамын ғаиләһе менән билдәләй.
“Радий Хәбировтың элекке йолаһы бар – үҙенең тыуған көнөндә ул бар эштәрен ситкә ҡуйып тора һәм бер нисә көндө ғаиләһе менән бергә үткәрә. Ҡайһы бер саҡта бының өсөн ул бер нисә көнгә ял да ала. Ул ҙур банкеттар ойоштормай, ни бары яҡындары менән бәләкәй кисә генә үткәрә. Унда тик туғандары һәм иң яҡын дуҫтары ғына саҡырыла, иң күбендә, 15-20 кеше. Моғайын, үҙе бешергән былау менән һыйлар”, - тигән баҫмаға Башлыҡ ғаиләһенә яҡын кеше.
Билдәле булыуынса, быйыл Радий Фәрит улының ғаиләһенә яңы кеше өҫтәлде – улдары Тимер тыуҙы. Шуға күрә ғаилә менән бергә булырға тағы бер сәбәп артты.
Республикабыҙ етәксеһенә тыуған көнөндә иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Уға республика халҡы тормошон яҡшыртыуға арналған күп ҡырлы ҡатмарлы эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/otlau-ar-/Tiu-an-k-n-g--men-n-Radiy-F-rit-uli-725642/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас