Даирә
+30 °С
Облачно
Төрлөһөнән
17 Марта 2021, 08:51

Теплицаны электрһыҙ ҙа йылытырға мөмкин.

Теплицаларҙы сафҡа индереү тураһында уйлана башланыҡ та инде. Яҙ етә бит. Уны йылытыу, йәиһә ундағы йылыны тотоу ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Беҙ һеҙгә электрһыҙ ҙа бик еңел ысул тәҡдим итергә булдыҡ.

Консерва банкаһы кәрәк буласаҡ. Ул оҙонса булһын. Мәҫәлән, консервланған йәшел борсаҡ банкаһы. Ошо банка эсенә шәм ултыртығыҙ, көнбағыш майы һалығыҙ. Май банка тулыр-тулмаҫ күләмдә булырға тейеш. Ә хәҙер шәмде ҡабыҙығыҙ ҙа банканың өҫтөн тимер биҙрә менән ҡаплағыҙ. Бының өсөн иҫке, тишек биҙрә ҡулланыу яҡшы, сөнки кислород кермәһә, шәм һүнәргә мөмкин.

Шулай итеп, шәмдең кескенә ялҡыны ярҙамында бар тирә-йүн йылынасаҡ. Әгәр ҙә теплицаның ҙурлығы 6 метрға 3 метр икән, шундай ике "мейес" кәрәк буласаҡ. Бындай усаҡ теплицаны 3 көн дауамында йылы тота ала. Ә бына һуңынан банкаға көнбағыш майы өҫтәргә кәрәк буласаҡ.
Читайте нас