Даирә
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
15 Марта 2021, 05:29

Бөгөн Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө

Беҙҙең хоҡуҡтарыбыҙ тураһында башта ата-әсәләр, артабан уҡытыусылар, һуңынан етәкселәр һөйләп аңлата. Ә бына беҙ үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡшы беләбеҙме?

Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө - йәмғиәттә мәғлүмәт алып барыу сараһы ул. Был бик мөһим һанала, сөнки беҙҙең һәр беребеҙ көн һайын ҡулланыусылар хоҡуғын үтәйбеҙ.
Шуға бәйле, 2021 йылдың 15 мартында 14.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем муниципаль район хакимиәтендә “Берҙәм Рәсәй” Башҡортостан төбәк бүлексәһенең урындағы бүлеге вәкиле менән бергә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса граждандарҙы ҡабул итә: Ҡырмыҫҡалы ауылы, Солтанғәлиев урамы, 3 (“Ихлас” сауҙа-комплекс йорто бинаһы, 3-сө ҡат).
Рәхим итегеҙ!
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас