Даирә
+31 °С
Ясно
Төрлөһөнән
13 Марта 2021, 15:20
Бала нилектән алдай?
“Уҡытыусы шылтыратты. Ни эшләп мәктәпкә барманың?”
Балағыҙҙың ҡайһы саҡта алдағанын, фәстергәнен тояһығыҙмы? Был күренештең төрлө сәбәптәре булыуы ихтимал. Психолог һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ: “Я-родитель” порталы белгесе Ольга ДОРОХОВА түбәндәге үҙенсәлектәрҙе билдәләй.
Нисек алдауҙы бөтөрөргә?
1. Аныҡ талаптар һәм тыйыуҙар булырға тейеш. Ҡылыҡтар өсөн асыҡ, баланы кәмһетмәгән санкциялар системаһын булдырығыҙ.
2. Бала менән даими рәүештә күңелгә ятышлы шөғөлдәргә тотоноғоҙ: ул үҙен ташланған тип тоймаһын, насар ҡылыҡ һәм провокация аша һеҙҙең иғтибарҙы йәлеп итеү теләге тыумаһын.
3. Ғаиләләге өлкәндәр араһындағы мөнәсәбәттәр тигеҙ булһын, үҙ-ара аңлашып йәшәргә тырышығыҙ. Юҡһа, бала әсә менән – атайҙы, атай менән бергә әсәйҙе тәнҡитләп ултырасаҡ.
4. Бала янында үҙегеҙҙең хаталарығыҙҙы таный һәм ғәфү үтенә белегеҙ. Хәлде төҙәтеү ысулдарын тәҡдим итегеҙ. Был баланы ҡыйын һәм үҙен ғәйепле тойған осорҙа үҙ-үҙенә бикләнеүҙән, алдауҙан һаҡлаясаҡ, ул аралашыуға барасаҡ.
Алдағанға нисек яуап бирергә?
1. Баланың ҡылығы менән ҡәнәғәтһеҙлегегеҙҙе күрһәткән ыңғайҙа уйланығыҙ: ғаилә мөнәсәбәттәрендәге ниндәй хәл балаға ғәҙел булырға ҡамасаулай, ата-әсәнең ниндәй ҡылығынан ул ҡурҡа?
2. Әгәр бала алдағанын таныһа, маҡтағыҙ: “Ғәйебеңде танырға көс тапҡас, афарин. Бының еңел түгеллеген аңлайым. Әйҙә, хәлде нисек төҙәтеүҙе бергә уйлайыҡ”.
3. Хәҡиҡәт билдәле икән, белмәмешкә һалышмағыҙ. Мәктәпкә бармауы тураһында хәбәр иттеләрме? “Дәрестә нимәләр булды?” тип һорау урынһыҙ. Был алдауға этәрә. Тура әйтегеҙ: “Уҡытыусы шылтыратты. Ни эшләп мәктәпкә барманың?”
4. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың вәғәҙәләренә бик үк ышанырға ярамай. Был йәштә вәғәҙәләрҙең үтәлмәүе – насар ниәт түгел, ә өлгөрөп етмәгәнлек билдәһе. Уны алдаҡта фашламағыҙ, ә уйланғанды нисек тормошҡа ашырыуҙы бергә уйлағыҙ.
Фото: detkiclub.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Bala-nilekt-n-alday-713466/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!