Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Март 2021, 16:52

"Ошо үҙе бәхет түгелме?!"

Рөстәм Нәбиев ҡатынын 8 Мартҡа иҫ китмәле бүләк менән ҡыуандырҙы.

Яҙҙың тәүге матур байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, ошо көндәрҙә барлыҡ социаль селтәрҙәр матур сәскә гөлләмәләре, бүләктәр менән тулды.
Омск ҡалаһында казарма емерелеп, ике аяғын да юғалтҡан десантсы Рөстәм Нәбиев тә ҡатыны Индираны байрам айҡанлы бик ҡыуандырҙы. Ғөмүмән, блогер булып танылған Рөстәм менән Индираның тормошон күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтеп бара. Улар - тормош һынауҙарына иғтибар итмәй, бар ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан көслө рухлы пар. Иң ауыр мәлдә үҙен ташламаған, уға сәскәләй ике ҡыҙ бүләк иткән Индираһын Рөстәм бик ярата һәм күңелен күреп тора.
"Инстаграм"да йыш булғандыр иғтибар иткәндер, Рөстәм Индира өсөн сюрприз әҙерләүе тураһында ҡыш көнө үк әйтә биреп ҡуйғайны. Кисә иһә был уйы тормошҡа ашырылды. Рөстәм бының өсөн ҙур залды ҡуртымға алған, барлыҡ туғандарын, яҡын дуҫтарын саҡырған.
Тәүҙә бик матур концерт ҡуйылды. Унда Әнүәр Нурғәлиев, Радик Юъяҡшин, Зәйнетдин кеүек республикабыҙ сәхнәһе йондоҙҙары сығыш яһаны. Ә төп бүләк ҡиммәтле “Мерседес” машинаһы ине.
– Ирем хыялымды тормошҡа ашырҙы. Был турала икәүләп хыялланғайныҡ. Мин шок хәлендә. Яҡындарыбыҙ эргәбеҙҙә, ошо бәхет түгелме ни?! Иң яҡшы бүләк өсөн рәхмәт! Рөстәм – һин минең ғорурлығым. Бөгөн яныбыҙҙы булған һәр кемгә рәхмәт, – тине Индира.
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/Osho--e-b-het-t-gelme-707779/
Читайте нас в