Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Март 2021, 16:58

Бүре тип, бысаҡ менән ташланған...

Бишбүләк районындағы сәйер фажиғәгә нөктә ҡуйғандар, тик өҙөлгән ғүмерҙе кире ҡайтарып булмай.

Бишбүләк районында бик тә сәйер фажиғә буйынса суд ҡарары сығарғандар. Хәйер, ваҡиғаның үҙенсәлектәрен асыҡлағандан һуң, ғәҙәттәгесә, бәләнең башы эскелектә икәнлегенә тағы ла инанаһың.
Хәл былтыр 23 февралдә теркәлгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре Бишбүләк ауылы урамдарының береһендә ҡанға батҡан ирҙе тотҡан. Уның ҡулынан бысаҡ тартып алғандар. Ир лаяҡыл иҫерек булған һәм бер нимә лә аңлата алмаған. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, был әҙәм әшнәләре менән Бишбүләк ауылындағы кафеға килгән, унда кәйеф-сафа ҡорғандар, иҫергәнсе эскәндәр.
Ҡыҙып алғас, был ир кафела кемдер менән һүҙгә килгән, бәхәс ҡупҡан. Әммә хәл һуғышҡа барып етмәгән. Шунан ул мажара эҙләп урамға сығып киткән.
Бына ошонан һуң сәйер хәлдәр башлана ла. Ғәйепләнеүсе белдереүенсә, ул үҙенең нисек урам ҡыҙырғанын иҫләмәй. Әйтеүенсә, бер мәл уға бүреләр менән айҡашҡан кеүек тойолған. Артабан йылғала боҙ буйлап йөрөгәнен, полиция бүлегендә иҫенә килгәнен генә хәтерләй.
Тәфтишселәр иһә түбәндәгене асыҡлаған. Автозаправкалау станцияһы эргәһендәге юл ситендә иҫереп ултырған иргә күптән түгел вахтанан ҡайтҡан урындағы ир яҡын килгән, уны йәлләп, хәлен белешкән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡҡа ғына: иҫерек ир бысаҡ менән ташланып, уның ғүмерен ҡыйған. Тап ошо хәлде ул “бүреләр менән айҡаштым” тип иҫләүе лә ихтимал, тип белдерә хоҡуҡ һаҡлаусылар.
Суд бөтөнләй таныш булмаған кешенең ғүмерен ҡыйыусыны һигеҙ йыл да ике айға тимер рәшәткә артына оҙатҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәйепләнеүсе үҙенең ҡылығын һәм уға этәргән сәбәптәрҙе барыбер иҫләй алмаған. Нисек кенә булмаһын, осраҡлы рәүештә иҫерек әҙәм аҡтығы ҡулынан һәләк булған кешене кире ҡайтарып булмай...
Фото: 1ul.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/B-re-tip-bisa-men-n-tashlan-an-707847/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: