Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Март 2021, 12:53

Ҡатыным суррогат әсә булмаҡсы...

“Юҡ” тип ҡырт киҫер инем, финанс проблемаларын хәл итеүҙең башҡа юлы юҡ кеүек. Ашарға бер телем икмәк тә булмаған саҡтар артты шул...

Ғаиләбеҙ бик ауыр хәлдә тороп ҡалды: көтмәгәндә дүрт йәшлек улыбыҙ ныҡ итеп сирләп китте.
Диагнозы бик етди ине, ваҡытында дауаламаһаң, инвалидҡа әйләнәсәк, тинеләр. Ҡатыным менән күп тә уйлап торманыҡ, ҙур-ҙур кредиттар алдыҡ һәм улыбыҙҙы Мәскәүгә алып барып дауаланыҡ. Шөкөр, дауа килеште. Малайыбыҙ шәбәйҙе. Хәҙер уның һаулығына бер ниндәй ҡурҡыныс янамай.
Тик ғаиләгә финанс яҡтан ҙур проблемалар килде. Улыбыҙҙы дауалап йөрөп, ҡатыным эшһеҙ ҡалды. Малай шәбәйһә лә, бер-ике йыл уны балалар баҡсаһына йөрөтмәҫкә, өйҙә тәрбиәләргә ҡушты табиптар. Үҙем төҙөлөш фирмаһында эшләп йөрөйөм. Быға тиклем бар кәрәк-яраҡҡа һәм ипотека түләүгә етеп торған аҡса күҙгә күренеп кәмене. Булған түләүгә тағы өс кредит өҫтәлде. Эш хаҡы уларҙы ҡаплауға етмәй башланы. Ашау, кейенеү, коммуналь түләүҙәр тураһында һүҙ ҙә юҡ. Ни алып торорға кеше юҡ. Төп эшемдән тыш, тағы ике ергә урынлаштым. Кистәрен таксиға сығам, иртән йөк бушатам. Тик ул ғына аҡса етмәй шул. Ялһыҙ эшләй торғас, һаулығыма зыян килә башланы. Шулай баш ҡатырып йөрөгәндә, ҡатыным бер юл тәҡдим итте.
Ул суррогат әсә булған ҡатын-ҡыҙға күп итеп аҡса түләгәндәрен ишетеп ҡалған. Бының менән шөғөлләнгән клиникаға барып анализдар биргән, бер агентлыҡ аша документтар ҙа әҙерләй башлаған. Ҡатыным суррогат әсә булыуға бар яҡлап та тура килә. Беҙ һау-сәләмәт, генетик сирҙәр юҡ. Тик контрактҡа ҡул ҡуйыр өсөн минең дә ризалығым кәрәк икән. Ошо ергә еткәс кенә ҡатыным ҡайтып ниәтен белдерҙе.
Нимә эшләргә лә белмәйем. Аҡса, ысынлап та, яҡшы түләнә. Беҙ шунда уҡ өс кредитыбыҙҙы ла яба алыр инек. Әҙерәк бурыстар бирерлек тә тороп ҡала. Тик мине был мәсьәләнең икенсе яғы борсой. Туғандар, күршеләр, хеҙмәттәштәр нимә тиер? Улар бит ҡатынымдың ауырлы йөрөгәнен күрәсәк. Быны бер нисек тә йәшереп булмай. Эштең айышын һәр кемгә аңлатып булмай. Аҙаҡ, сабый үлде, тип әйтергә лә тел әйләнмәйәсәк. Үҙемә лә ауыр булыр тим. Сит кешеләрҙең балаһын йөрөткән ҡатынды күреү ниндәй иргә оҡшаһын инде? Ул сабый тибәсәк, беҙҙең менән бергә үҫәсәк бит. Һөйгәнемдең һаулығы яғынан проблемалары ла булыуы ихтимал. Анһатмы ни бала йөрөтөп табыуы? Гормондар ҡаҙайҙар тиҙәр, ул да файҙаға түгелдер.
Ҡыҫҡаһы, баш ҡатҡан. Ҡатыным ныҡлы ҡарарға килгән. Үҙен психологик яҡтан әҙер тип һанай. Ә кем белә, бала тыуғас, уны бирмәйем тип торһа? “Юҡ” тип кенә ҡырт киҫер инем, финанс проблемаларын хәл итеүҙең башҡа юлы юҡ кеүек. Улыбыҙҙы ла лайыҡлы үҫтерге килә. Ә беҙҙең ашарға бер телем икмәк тә булмаған саҡтар артты бит. Нимә генә эшләргә икән?..
(Өфөлә йәшәгән ирҙең һөйләгәндәренән).
Фото: parents-news.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/atinim-surrogat-s-bulma-si-155471/
Читайте нас: