Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Март 2021, 19:39

“8 Март” салаты

Байрам өҫтәлен биҙәйәсәк был салат өсөн кәрәк: 300 г тауыҡтың түш ите, 200 г корейса кишер, 200 г тоҙло ҡыяр, 1 банка консеваланған кукуруз, 100 г сыр, 4 йомортҡа, самалап майонез, тоҙ, ҡара борос, биҙәү өсөн йәшел тәмләткестәр.

1-се ҡат – шаҡмаҡлап туралған тоҙло ҡыяр.
2-се ҡат – тауыҡ ите, уның өҫтөнә майонез яғыла, самалап тоҙ, борос һибелә.
3-сө – корейса кишер. Артабан – ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа, киләһе ҡатлам – сыр, иң өҫкә – кукуруз. Ҡыяр менән кукуруздан башҡа ҡатламдарға майонез һылана.
Шулай уҡ беҙҙең өҫтәлдәрҙә күптән урын алған “Мимоза” салатын да (2-се фото) байрам уңайынан 8 һаны рәүешендә эшләргә мөмкин.
Байрамды йәмле табындар әҙерләп, яҡындарҙың күңел йылыһын тойоп, матур уйҙар солғанышында үткәрәйек!

Фото: Яндекс.Дзен

Гөлдәр Яҡшығолова әҙерләне.
Читайте нас: