Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Март 2021, 10:56

Яҙҙы йылмайып ҡаршылайыҡ

Һеҙгә ябай ғына, әммә һөҙөмтәле битлек рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ул бар яҡлап килешә: тирене таҙарта, тигеҙләй, дымландыра, ҡан әйләнешен яҡшырта.

Яҙ елдәре иҫә башлау менән күңелдә күтәренкелек һиҙелә, шуның менән бергә өҫ-башҡа, тирегә күберәк иғтибар бүлеү мәле етә. Һеҙгә ябай ғына, әммә һөҙөмтәле битлек рецебы тәҡдим итәбеҙ. Уның үҙенсәлеге шунда: бөтә яҡлап килешә - тирене таҙарта, тигеҙләй, дымландыра, ҡан әйләнешен яҡшырта.
Битлек эшләү өсөн өс һауыт кәрәк була.
Беренсеһен ваҡланған һоло ярмаһы һалынған шыйыҡ май менән тултырабыҙ (ниндәй булһа ла ярай).
Икенсе һауытта - ваҡ итеп ҡырылған алма, ярты лимондың һуты, бер ҡалаҡ бал.
Өсөнсөһөндә - бер балғалаҡ ваҡ аш тоҙо менән (тоҙҙо иреп бөтмәһен өсөн иң һуңынан һалабыҙ) кефир йәки эремсек һыуы.
Ҡулланыу барышы:
1. Беренсе һауыттағы массаны бит, муйын тиреһенә яғып, ике-өс минут еңелсә массаж яһайбыҙ ҙа биш минутҡа ҡалдырабыҙ.
2. Беренсе ҡат өҫтөнә икенсе һауыттағы массаны шулай уҡ ике-өс минут еңелсә хәрәкәттәр менән һылайбыҙ һәм биш минут көтәбеҙ.
3. Мамыҡ йәки губка ярҙамында өсөнсө һауыттағы тоҙло шыйыҡса менән тирене ике-өс минут тирәһе еңелсә түңәрәк хәрәкәттәр яһап таҙартабыҙ.
4. Биш минуттан һуң тирене минераль һыу йәки аҡ сәскә (ромашка) төнәтмәһе менән йыуабыҙ.
Бындай битлекте ике аҙнаға бер тапҡыр эшләргә була.
Фото: ladychoice.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Ya-i-yilmayip-arshilayi-705235/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас в