Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Март 2021, 13:21

Мәрхүмдәр хаҡында мәғлүмәт һатып байымаҡсы булған

Бынан ике йыл элек оло йәштәге туғаныбыҙ мәрхүм булғас...

Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә республика райондарының береһендә полицияла эшләгән ҡатынға ҡарата суд ҡарары сығарылған. 40 йәштәге был ханым 2016–2018 йылдар арауығында ритуал салон хеҙмәткәрҙәренә мәрхүм булған граждандар тураһында мәғлүмәттәр еткереп, ошоноң өсөн аҡса алыу менән шөғөлләнгән.
Әйтергә кәрәк, бөгөн был “бизнес” төрө ысын мәғәнәһендә сәскә ата. Кеше ҡайғыһында мөмкин тиклем етеҙерәк, күберәк аҡса эшләп ҡалыу маҡсаты менән янған ритуал хеҙмәттәр кемдеңдер үлем хәбәрен һағалап, көтөп кенә тора.
Бынан ике йыл элек оло йәштәге туғаныбыҙ мәрхүм булғас, “112” хеҙмәтенә хәбәр иттек. Беҙгә яҡын арала “Ашығыс ярҙам” һәм полиция хеҙмәкәрҙәре килеп, үлем осрағын теркәйәсәген әйттеләр. Әммә бер нисә минуттан, был хеҙмәттәр килеп тә етмәҫ элек, ритуал салондарҙан шылтыратыуҙар яуа башланы. Башта ипле генә яуап биреп маташтыҡ, артабан инде балға һырыған һағыҙаҡ ише ҡаңғыртҡан әҙәмдәргә ҡәтғи яуап ҡайтарырға тура килде. “Ә һеҙгә был хаҡта кем хәбәр итте? Әгәр тағы шылтыратһағыҙ, тейешле урынға ялыу ебәрәсәкбеҙ”, тигәс кенә шылтыратыуҙар баҫылды.
Әлбиттә, уларға ҡайҙа, кемдең мәрхүм булыуы хаҡында мәғлүмәт нисек килеп эләгеүен барыбыҙ ҙа күҙаллайбыҙ. Ундай намыҫһыҙ әҙәмдәр тотолоп, суд алдына баҫып та тора, әммә төшөмлө “бизнес” туҡтамай.
Үрҙә телгә алынған әлеге осраҡта йылғыр ҡатынға ҡарата суд 3,5 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү һәм 249 мең һум штраф түләтеү тураһында ҡарар сығарған. Элекке полиция хеҙмәткәре ҡарар менән риза булмай ҡайтанан ҡарауға биргән, әммә суд үҙ ҡарарын үҙгәртмәгән.
Фото: vot69.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/M-rh-md-r-ha-inda-m-l-m-t-atip-bayima-si-bul-an-705330/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: