Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Алсаҡлығыңа, көслө рухлы булыуыңа, сабыр холҡоңа һоҡланабыҙ. Киләсәктә лә беҙгә аҡыллы кәңәштәреңде биреп, балаларыңдың изгелеген күреп, бөгөнгөләй барлыҡ кешеләргә лә нур сәсеп йәшәүеңде теләйбеҙ.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен көндәрең,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар беҙгә
Бергә-бергә оҙаҡ йәшәргә.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән һеңлең Флүрә, кейәүең Рифҡәт. (Олокүл ауылы).