Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Март 2021, 14:25

Инвалидтарҙы тәрбиәләгән өсөн түләү артырмы?

Яңыраҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында инвалидтарҙы тәрбиәләгән өсөн айлыҡ түләүҙәрҙе арттырыу тураһында закон проекты ҡаралды. Әлеге законға ярашлы, инвалидты тәрбиәләүсе эшләмәүсе, хеҙмәткә һәләтле йәштәге кешегә айлыҡ аҡсалата түләү ҡаралған. Финанс федераль бюджеттан бүленә.

Инвалидтарҙы тәрбиәләү, айырыуса инвалид балаларҙы, бала саҡтан I группа инвалиды булып танылғандарҙы һәм I группа инвалидтарын көн һайын ҡарау – физик яҡтан да, психологик яҡтан да үтә ауыр хеҙмәт. Ғаилә ағзаларына йыш ҡына эштәрен ташларға, ғүмерҙәрен ярҙамға мохтаж яҡындарын тәрбиәләүгә бағышларға тура килә.

Инвалидты тәрбиәләгән эшләмәүсе хеҙмәткә һәләтле йәштәге кешегә айлыҡ компенсация түләүе 2008 йылдың 1 июлендә 1200 һум күләмендә билдәләнде. Шунан бирле был сумма үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Көнө буйы инвалидтарҙы тәрбиәләгән кешегә тәғәйенләнгән түләүҙәрҙең индексацияланмауы, үтә аҙ булыуы депутаттарҙы ҡәнәғәтләндермәй, улар ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙең матди хәлен яҡшыртыу яғында.

ЛДПР фракцияһы депутаттары инвалидтарҙы тәрбиәләүселәр рәтенә пенсионерҙарҙы ла индереү яҡлы. Улар фекеренсә, йыл һайын индексацияланасаҡ айлыҡ түләүҙәр 2022 йылдағы хеҙмәткә түләүҙең минималь дәүмәленә – 13 мең һумға тиң булырға тейеш.

Парламентарийҙар был ғәҙел фекерҙе яҡлап сыҡҡанда, закон проекты Дәүләт Думаһына ҡарау өсөн ебәреләсәк. Бик ғәҙел аҙым булыр ине...

Фото:sibnovosti.ru


Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: