Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Март 2021, 17:12

ҠЫНА (ХНА) МЕНӘН МАСКА

Сәстәрегеҙ һау-сәләмәт һәм матур булыуын теләйһегеҙме? Һеҙгә ҡына менән сәсегеҙгә маска эшләү ҙә етә.

1. 2 аш ҡалағы ҡына + 100 мл йылы кефир (ҡатнашма 15 минут тирәһе тороп торһон) + сәскә һөртөп, 40 минут көтөп тороғоҙ. Сәстәрегеҙ нығынып, күпереп һәм йылҡылдат торор.

2. 2 ашҡалағы ҡына + 1 балғалаҡ тәмәке онтағы + 5-7 ҡәнәфер (ваҡлап иҙер кәрәк) + эҫе һыу, ҡатнашма 1 сәғәт торғандан һуң 2 аш ҡалағы зәйтүн майы + 2 аш ҡалағы кефира + 0,5 аш ҡалағы А һәм Е витамины + башҡа һөртөп, 1 сәғәт тотор кәрәк = сәсте нығыта, һау-сәләмәт төҫ бирә.

3. 2-3 аш ҡалағы ҡына + 100 мл. эҫе эркет һыуы + 20 минутҡа ҡалдырып тороғоҙ + 1 балғалаҡ бал + сәскә һөртөп, 40 минут көтөгөҙ = туҡландыра, сәс шымарып, тыңлаусан булып ҡала.

4. Ярты стакан кипкән кесерткән + 3 аш ҡалағы ҡына + эҫе һыу (ҡатнашма 20 минут ултырып торһон) + сәскә 40 минутҡа һөртөгөҙ = туҡландыра, нығыта (майлы сәстәр өсөн файҙалы)

5. 2 аш ҡалағы ҡына + 2 балғалаҡ гәрсис порошогы + эҫе һыу (15-20 минуттай төнәтегеҙ) + сәскә һөрткәндән һуң 10 минут көтөгөҙ = сәс ҡойолоуы кәмеп ҡала.

Киләһе маскалар өсөн ҡынаны алдан эҫе һыуҙа (ҡайнар түгел) 15-20 минут төнәтер кәрәк була.

6. 2 аш ҡалағы ҡына + 2 аш ҡалағы йылытылған дегәнәк майы + ҡатнашма һыуынһын + 0,5 балғалаҡ А витамины + 0,5 балғалаҡ Е витамины + 40-60 минут сәстә тотор кәрәк = сәсте яҡшырта, ҡойолоуҙан туҡтата.

7. 2 аш ҡалағы ҡына + авокадо йомшағы + 1 аш ҡалағы кастор майы = ҡоро сәстәрҙе дымландыра.

8. 2 аш ҡалағы ҡына + 2 аш ҡалағы лимон һуты + 2 аш ҡалағы аҡһыл күк балсыҡ + 1 аш ҡалағы дегәнәк майы + сәстә 40 минут тотор кәрәк = майлы сәстәрҙе нығыта.

9. 1 аш ҡалағы ҡына + 2 аш ҡалағы лимон һуты + 2 аш ҡалағы кастор майы + 1 балғалаҡ алоэ һуты + 3 тамсы эвкалипт майы + сәстә 30 минут тоторға = ҡауаҡты бөтөрә, ҡойолоуын туҡтата.

10. 1 аш ҡалағы ҡына + 2 ашҡалағы һырғанаҡ майы + 2 аш ҡалағы эркет һыуы + 1 балғалаҡһарымһаҡ һуты + 3 тамсы әфлисун майы + сәстә 30 минут тоторға = сәсте нығыта, ҡауаҡты бөтөрә.
фото интернет селтәренән алынды
Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас: