1 литр һөт, тоҙ, 10 стакан тирәһе ондан ҡаты ҡамыр баҫабыҙ ҙа 15 минут пленка менән төрөп һалып торабыҙ.
Был мәлдә картуф иҙмәһе әҙерләй торабыҙ.
Ҡамырҙы өлөшләтә бүлеп сығабыҙ ҙа йәймә йәйәбеҙ. Әҙер йәймәләрҙе ҡоро табала май ҡушмайынса ике яҡлап ҡурып алабыҙ. Бешеп сыҡҡас, эҫе килеш аҡ май менән майлайбыҙ (ике яғын да) һәм ярты яғына эслек һалып, урталай бөкләйбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!