Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Март 2021, 12:34

“Рушана хаҡында бер хәбәр ҙә юҡ...”

“Тауыш” музыкаль шоуында еңгән Талбазы ҡыҙы Рушана Вәлиева халыҡта ниңә борсолоу тыуҙырған?

Борсолмағыҙ, тип йыуатабыҙ йәш музыканттың ижадын яратырға өлгөргән йыр-моң һөйөүселәрҙе. Рушана башкөллө уҡыуға сумған, бакалавриаттың һуңғы курсында диплом яҡларға йыйына. “Минең бөгөнгө маҡсатым - уҡыуҙы уңышлы тамамлау”, - ти яҡташыбыҙ.
2018 йылдың көҙөндә бар республика халҡы Талбазы ауылы ҡыҙы Рушана Вәлиеваның “Тауыш” музыкаль шоуында ҡатнашыуын күҙәтеп барҙы, уның өсөн янып көйҙө. Проектта яҡташыбыҙ ышаныслы рәүештә финалға барып етте. Күптәр уның еңеүҙән һуң сәхнәлә ҙур уңыштар яуларына өмөтләнде, ә ул бер нисә концертта ҡатнашҡандан һуң... юғалды. Баҡһаң, ҡыҙ проекттың тиҙерәк тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көткән, репетициялар менән бергә университетта уҡыуҙы бергә алып барыу ауырлашҡан, дифференциаль тигеҙләмәләр һәм математик анализ ҙур хеҙмәт, ваҡыт талап иткән.
Рушана финалдан һуң үҙен Башҡортостанда бик йылы ҡаршылауҙарын һәр саҡ ҡыуанып иҫкә ала. Кәңәшсе-тәрбиәсеһе Сергей Шнуров менән социаль селтәрҙә аралашалар, “альбомымды сығарғас, һис һүҙһеҙ, мин уның баһалауын һораясаҡмын”, ти ҡыҙ. Яҡташыбыҙ музыканы ташларға уйламай, был йәһәттән дә пландары ҙур, ваҡыт булғанда төрлө концерттарҙа ҡатнаша. Ошо көндәрҙә Өфөлә 8 Март байрамына арналған концертта сығыш яһарға йыйына, “Башҡортостан" дәүләт концерт залына рәхим итегеҙ!
Фото: VK.com
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: