Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Март 2021, 22:24

Алты йәшлек малай фажиғәгә тарыған

бала юлға ҡапыл йүгереп килеп сыға. Һөҙөмтәлә малай

Кисә Өфөнөң Калинин районында алты йәшлек малай фажиғәгә тарыған, ул маршрут "ГАЗел"енең тәгәрмәстәре аҫтына эләккән.

Был авария Богдан Хмельницкий урамында була. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бала юлға ҡапыл йүгереп килеп сыға. Һөҙөмтәлә малай төрлө йәрәхәттәр алған, һәм уны дауаханаға оҙатҡандар. Был мәлдә "ГАЗель" водителе маршрутта булмаған, шунлыҡтан автобус пассажирһыҙ китеп барған.
Шулай уҡ Менделеев урамында ла 11 йәшлек ҡыҙҙы "Шевроле Лачетти" машинаһында 69 йәшлек водитель бәрҙергән. Был хәл сәғәт көндөҙгө 3-тәр тирәһендә була. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бала светофор янынан сығып барған булған. Ә водитель, боролошта ҡыҙ йүгереп сыҡты, тип иҫбатлай.
Нисек кенә булмаһын, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре балалар ҡатнашлығында юл фажиғәләренең күп булыуы хаҡында борсолоп, уларға ҡағиҙәләр хаҡында даими аңлатып-өйрәтеп тороу зарур икәнлеген, ярамаған урындарҙа юл аша сығыу ҡәтғи тыйылғанлығы хаҡында аңғартыу мөһим тип иҫкәртә. Балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлеге үҙебеҙҙең ҡулда.
Фото интернеттан.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: