Сатлама һыуыҡ һәм көслө буран мәлендә Силәбе өлкәһендә аяныслы хәл теркәлгән.
Верхнеуральск районының Ложкин ауылы янында тибенлектә йөрөгән аттар буран һәм ҡар ҡамауында ҡала. Һөҙөмтәлә дүртәүһе туңып үлгән.
Әйтеүҙәренсә, ҡыш буйы тибенлектә йөрөһә лә, йылҡы малы ямғырға һәм ҡарға тиҙ бирешә.