Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Февраль 2021, 19:59

39 автомобиль бәрелешкән...

Кисә республикала һауа торошо юлсылар өсөн имен булманы, күпселек райондарҙа көслө буран ҡоторҙо.

Был йәһәттән иң күләмле авария Ауырғазы районында булғандыр, Өфө – Ырымбур юлының 80-се километрында бер саҡрым арауыҡта бер нисә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.
Авариялар серияһы көндөҙгө сәғәт дүрт тирәһендә башлана. Унда автомобилдәр бер-бер артлы бәрелешә, һөҙөмтәлә бер саҡрым арауыҡта 39 транспорт зыян күрә. Автомобилдәрҙән тыш, 10 кеше зыян күргән, шул иҫәптән ике бәлиғ булмаған бала – 16 һәм 12 йәшлек ҡыҙҙар.
Ваҡиға урынында ЮХХДИ-ның биш экипажы йәлеп ителә. Полиция хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт һәләкәтенә тарыған кешеләргә автомобилдәренән сығырға һәм башҡа кәрәкле ярҙам күрһәтә. Урам-юл селтәрен тикшереү ваҡытында етешһеҙлектәр асыҡланмаған. Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был юл-транспорт ваҡиғалары сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Юл-транспорт ваҡиғалары көслө боҙлауыҡ, буран ваҡытында теркәлгән. Ошондай һауа торошо ваҡытында водителдәргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк: автомобилдәр араһында һәм ситтән арауыҡты һаҡлағыҙ, көтөлмәгән хәрәкәттәргә юл ҡуймағыҙ. Тиҙлекте мөмкин тиклем кәметеү мөһим – был һеҙҙе хәүеф тыуғанда юл-транспорт ваҡиғаһына тарыуҙан һаҡлап ҡаласаҡ.
Дөйөм күрһәткестәргә килгәндә, 23 февралдә республика юлдарында дүрт авария теркәлгән һәм уларҙа 14 кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәркәте ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса ике меңдән ашыу осраҡты асыҡлаған, 35 эскән водителде тотҡан, шулай уҡ эҙләүҙә булған бер автомобилде тапҡан.
Юлығыҙ имен булһын!
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Рәмилә Мусина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: