Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Февраль 2021, 19:23

Байрам итәһе урынға дүрт ғаиләлә...

Юлдарҙа зинһар һаҡ булығыҙ, дуҫтар!

Кисә республика юлдарныда бөтәһе һигеҙ авария теркәлде һәм унда дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө, 13 кеше йәрәхәттәр алды, тип хәбәр итә Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы.
Ғафури районында Ишембай – Красноусол юлында “Лада XRAY” менән “Renault Daster” автомобилдәре бәрелешеүе һөҙөмтәһендә 52 йәшлек пассажирҙың һәм 60 йәшлек водителдең һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Икенсе фажиғәле тамамланған авария Мәләүез районында теркәлә. Өфө–Ырымбур юлының 157-се саҡрымында Өфөнән 30 йәшлек водитель идаралығындағы “Renauld Sandero” менән Күмертауҙан 21 йәшлек водитель идаралығындағы “Skoda Oktavia” автомобилдәре бәрелешә. Һөҙөмтәлә “Skoda Oktavia” автомобилендәге 56 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында һәләк була. Шулай уҡ ике автомобилдә булған тағы ла дүрт пассажир йәрәхәттәр алған.
Тағы ла бер фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы Бөрө районында була. Өфө–Бөрө–Яңауыл юлының 112-се саҡрымында Архангел районынан 60 йәшлек водитель “Renault Daster” автомобилендә Яңауыл яғынан Бөрө йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә 56 йәшлек йәйәүлене төкөтә. Ир алған йәрәхәттәрҙән урында йән биргән. Был Мишкә районы кешеһе булып сыға, ул йәйәүлеләргә йөрөү тыйылған урындан китеп барған.
Шулай итеп, кисә республика юлдарында булған авариялар һөҙөмтәһендә дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө. Тимәк, дүрт кешенең туғандары, яҡындары байрам итәһе урынға ҡайғы кисерә, ерләү мәшәҡәттәре менән булыша. Ә кем ғәйепле? Водителдәр, йәйәүлеләр... Хәлеңдән килмәһә, ышанысың булмаһа, ҡағиҙәне белмәһәң, рулгә ултырма!
Башҡортостан ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 21 февралдә ЮХХДИ инспекторҙары 2300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағын асыҡлаған, эскән килеш рулгә ултырған 42 кешене тотҡан. Әлбиттә, бындай фажиғәләр артабан да дауам итәсәк, әгәр беҙ юл-хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеүгә ошондай яуапһыҙлыҡ менән ҡарауҙы дауам итһәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошондай фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында, республиканың ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре байрам көндәрендә лә көсәйтелгән режимда эшләүен дауам итә, рейдтар ойоштора.
Фото:социаль селтәрҙән.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Bayram-it-e-urin-a-d-rt-ail-l-688927/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: