Даирә
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Февраль 2021, 11:55
"Һаумыһығыҙ, мин Рәсәй Виктор ҡыҙы Президент булам!"
Беҙ һис тә шаяртмайбыҙ! Өфөлә тыуып үҫкән ҡатындың исем-фамилияһы шулай. Был нисек килеп сыҡҡан?
Ҡайһы бер ата-әсә балаһына ниндәй генә исем ҡушмай тип ғәжәпләнәбеҙ. Ысынлап та, балаһына үҙенсәлекле, кешелә булмаған исем табырға тырышып, ата-әсә шаштырып ебәрә. Шуға ла ҙурайғас, исемдәрен үҙгәрткән кешеләр ҙә байтаҡ.
Өфөлә тыуып үҫкән бер ҡатын да исемен үҙгәрткән. Аптырарлығы юҡ тиер инең дә, тик хәҙер уның фамилияһы - Президент, исеме - Рәсәй (Россия). Ҡатын атаһының исемен генә үҙгәртмәгән һәм Виктор тип ҡалдырған. Был осраҡ тураһында "Mash" баҫмаһы хәбәр итә.
Хәл Татарстандың Зеленодольск ҡалаһында булған. Былтыр йәй 39 йәшлек Ирина Кәлимуллина паспорт өҫтәленә килгән һәм исеме менән фамилияһын үҙгәртеү хеҙмәтенә заказ биргән. Ни өсөн ул был аҙымға барғандыр, билдәле түгел. Тик ЗАГС хеҙмәткәрҙәре уның үтенесен үтәгән.
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙең әсәһе ҡыҙының был аҙымын хупламаған һәм кире үҙ исем-фамилияһын ҡайтарыуҙы талап итә.
Ғәжәп исем-фамилиялы ҡатын яңыраҡ Нижневартовск-Мәскәү поезында китеп барған саҡта тәмәке тартып тотолған... Бының өсөн уға штраф яҙылған. Шунда уның исеме бар йәмәғәтселеккә билдәле булған.
Һеҙгә Рәсәй Президенты тигән исем оҡшаймы? Үҙегеҙҙең исем-фамилияны үҙгәртеү теләге тыуғаны булманымы? Ниндәй үҙенсәлекле исем һайлар инегеҙ?
Фото: "Mash"
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/aumi-i-i--min-R-s-y-Viktor-i-i-Prezident-bulam-688150/
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан