Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Февраль 2021, 11:49

Ҡатын өйөнә ҡайтып етмәне...

Ваҡиға Ишембай - Красноусол юлында Ғафури районында булған.

Бөгөн, төбәк дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, Ишембай - Красноусол юлының 63-сө километрында үлемесле авария теркәлгән: "Лада ИксРэй" менән "Рено Дастер" автомобилдәре бәрелешкән.
Һөҙөмтә аяныслы: ватан автомобилендәге 51 йәшлек пассажир ҡатын шунда уҡ һәләк булған. Кемдер көткән кешеләре янына барып етә алмаған... Фажиғәгә еткергән юл һәләкәтенең сәбәптәре тикшерелә.
Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/atin-y-n--aytip-etm-ne-688415/
Читайте нас: