Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Февраль 2021, 17:33

БАҠСАСЫҒА КӘҢӘШТӘР

Февраль уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, баҡсасылар өсөн тәүге мәшәҡәттәр бара. Тәжрибәле баҡсасылар иң элек йорттағы орлоҡ запастарын ҡарай, ултыртыу планын, етмәгән сәсеү материалы исемлеген төҙөй.

Орлоҡ йәшерәк булған һайын, шытымдар ҙа яҡшыраҡ сыға тип һанала. Тик ҡабаҡ культуралары - ҡыяр, ташҡабаҡ, патиссондар түгел. Өс йылдан һуң уларҙың сығышы, киреһенсә, арта.
Кемдер үҫентеләрҙе ай календары буйынса уңайлы көндәрҙә ултырта, икенселәре - шаршамбы, йома йәки шәмбе орлоҡ сәсә. Был һәр кемдең шәхси эше, иң мөһиме – һөҙөмтә һөйөндөрһөн. Үҫемлектәрҙе иртә сәсеү ҙә кәрәкмәй – улар һуҙыла, оҙон булып үҫә һәм көсһөҙләнә.
Ә бына, социаль селтәрҙәрҙәге тәжрибә уртаҡлашҡан баҡсасыларҙың береһе яҙыуынса, орлоҡ материалын алдан әҙерләргә кәрәк. Беренсе сиратта дезинфекциялау зарур. Бының өсөн борос һәм помидор орлоҡтарын марлянан яһалған кескәй кенә пакеттарға һалырға һәм уларҙы 20 минутҡа марганцовка эретмәһендә тоторға, шунан һыуҙа йыуырға кәрәк. Артабан микроэлементтары булған үҫеш стимуляторы эретмәһендә («Эпин», «Цитовит» йәки «Циркон») эшкәртергә. Тик тәбиғи биостимулятор – алоэ гөлөнөң йомшағы өҫтөнөрәк. Орлоҡто шунда дүрт-биш сәғәткә ебетергә ҡуялар. Унан һуң орлоҡто алып йыуырға, салфеткаға һалырға һәм ике тәүлеккә һыуытҡысҡа сынығырға ҡуйырға. Шунан һуң ғына сәсергә була. Ә помидорҙы ул март уртаһында (14 март) сәсә. Боросто сортына ҡарап - февраль уртаһынан 10 мартҡа тиклем сәсергә кәңәш итә.
Фото: Т.Роза
Читайте нас: