Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Февраль 2021, 15:48

“Бәхет”кә килеп, бәхетле булығыҙ

“Бәхет” пекарняһында ассортимент шул тиклем киң – янсығыңдың ҡа лынлығына ҡарап, төрлө продукцияныһайларға мөмкин.

“Алтын” сауҙа-сервис комплексына килеп ингән һайын “Бәхет” пекарняһынан килгән хуш еҫтәр үҙенә әйҙәй һәм бындағы икмәкте йә ниндәй булһа ла тәмлекәсте алмайынса сығыу мөмкин түгел. Был пекарня 2019 йылда асылды һәм тиҙ арала ҡырмыҫҡалыларҙың һөйөүен яуланы – ризыҡтарҙың тәмле булыуы, сифаты үҙенекен итә шул. Шуға тағы ла күберәк халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн уларҙың селтәре киңәйҙе – район үҙәгенең “Көнкүреш йорто”нда, баҙар урамында, Олокүл ауылында ла нөктәләре бар. Бында телеңде йоторлоҡ икмәк, йә булмаһа ҡамырҙан бешерелгән башҡа ризыҡтар алырға, сәй йәки кофе эсеп сығырға, йәки ҡайнар аш менән һыйланырға мөмкин.
Пекарня хужалары Ирек Раил улы һәм Айгөл Булат ҡыҙы
Күскилдиндарҙың тәүҙә автомобилдәр төҙәтеү өлкә һендә үҙ эштәре була. Бер аҙҙан эшҡыуарлыҡта етерлек тәжрибә туплаған ғаиләнең үҙ көстәрен башҡа йүнәлештә лә һынап ҡарау теләге тыуа. Күскилдиндарҙың нәҡ пекарня асырға ҡарар итеүҙәре юҡҡа түгел. Баҡтиһәң, Ирек Раил улы кулинар училище тамамлаған, әрме хеҙмәтен үткәндә лә бер аҙ ашнаҡсы булған икән. Шуға нимә менән шөғөлләнергә тигән һорауға оҙаҡ яуап эҙләргә тура килмәй. Ҡатыны Айгөл Булат ҡыҙы менән пекарня асырға хыялланалар. Эште яратып, күңел һалып башҡарыу уның һөҙөмтәһендә сағылмай ҡалмай.
Ысынлап та, Күскил диндарҙың дәртләнеп эшләү ҙәрен пекарнялағы ассортиментҡа күҙ һалғас та аңлап була. Бында икмәктең - 20, ә ҡамыр ашта рының 57 төрө тәҡдим
ителә! Мә ҫәлән, көн бағыш ҡушып беше релгән “Виталити” икмәген сәләмәт туҡланыу яҡлы булыу сылар яратып ала, шулай уҡ бойҙай, кукуруз ононан бешерелгәнен дә файҙалы булыуы өсөн яраталар.
- Икмәктең сүп рәнән дә, ҡомалаҡтан да бешерелгәндәре бар.
Ғөмүмән, сей малды һайлауға ҙуh иғтибар бирелә, сөнки уға әҙер ризыҡтың сифаты һәм тәме ныҡ
бәйле. Шуға һыналған урындарҙан ғына һатып алырға тырышабыҙ. Сифат – беҙҙең өсөн иң мөһиме. Нисек туҡланыуыбыҙ беҙҙең һаулығыбыҙға йоғонто
яһай, шуға үҙебеҙҙең һатып алыусыларыбыҙҙың ышанысын аҡлауға яуаплы ҡарарға тырышабыҙ/ Һатып алыусылар үҙҙәре лә бик
талапсан. Мәҫәлән, беҙ тулыһынса маргариндан баш тар ттыҡ, ҡамырға бары тик май ғына ҡушабыҙ. Бәлештәр һәм башҡа ҡамыр аштарының тәмлелеге
серҙәренең береһе ошонда, - ти Айгөл Булат ҡыҙы.
Бәлештәрҙе бигерәк тә ҡөрьән аштарына һәм башҡа мәжлестәргә яратып алалар, алдан заказ яһап ҡуялар икән. Уларҙы төрлө
эслек менән һайларға мөмкин. Шулай уҡ ваҡ торттар, сәк-сәк, бәлеш, гөбәҙиә, биләш, бөйөрөк, шаур ма, пиццалар ҙур һорау менән ҡулланыла. Уларҙы 8-927-
955-77-88 телефон номеры буйынса шылтыратып, заказ эшләргә мөмкин.
Уңған кеше бар яҡлап та өлгөрә. Күскилдин дарҙың Прибельский ауылында ярымфа б рикаттар етештереү цехтары ла бар. Бында һыйыр, сусҡа, тауыҡ, ат иттәре -
нән билмән, бәшмәкле картуф һәм еләкле эремсек менән варениктар, манты, фаршланған борос, киҫелгән туҡмас етештерәләр. Уларҙы район үҙәгендәге
һәм Олокүл ауылындағы нөктәләрҙә һатып алырға мөмкин.
Оҙаҡламай Прибельский ауылы халҡын да тәмле продукция ме нән тәьмин итеү мөмкин буласаҡ -
март айында бында ла сауҙа нөктәһен асырға планлаштырыла.
Шуныһы яҡшы - “Бәхет” пекар няһында ассортимент шул тиклем киң – янсығыңдың ҡа лынлығына ҡарап, төрлө прод ук цияны
һайларға мөмкин. Баҙар урамында урынлашҡан буфетта ҡайнар аш та ойош торолған. Бигерәк тә Ауырғазы күп профилле колледжының
Ҡыр мыҫҡалы филиалы сту денттары өсөн уңайлы – яҡын да, хаҡтар ҙа “тешләшмәй”. Етмәһә студент билетын күрһәткәндә барлыҡ төр продукцияға 10
процент ташлама ҡаралған.
Коллективыбыҙҙа эшләү се ләр менән ғорурлана алабыҙ, һәр береһе үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай, ти Айгөл Булат ҡыҙы. Уларҙың оҫталыҡтарын
арттырыу өсөн даими рәүештә уҡытыуҙар ойоштороуҙы ла эштең уңышлы барыуының мөһим шарт тарының береһе тип һанайҙар, бының өсөн баш ҡаланан
технологтар саҡыралар. Мәҫәлән, күптән түгел икмәк бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткән.
Халыҡты сифатлы ла, тәмле лә ризыҡтар менән тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуйып, ошо маҡсаттарына өлгәшеү өсөн бар тырышлыҡтарын, күңел йы лы һын һалып
эшләй Күскил диндар. Хеҙмәттән йәм табып, уның һөҙөмтәһен күреү, халыҡ тың рәхмәтен ишетеү тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә, яңы идеяларға дәрт, уларҙы тормошҡа
ашырыуға көс бирһен!
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотолары.
Реклама хоҡуғында.
Читайте нас: