Даирә
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Февраль 2021, 22:37

Һыу алырға тип килһә...

Ҡурҡыныс табышҡа юлыға

Ҡариҙел районында йәшәүсе ир кеше ауыл ҡоҙоғона һыу алырға тип килгәнендә ҡурҡыныс табышҡа юлыға – туңып үлгән ҡатындың кәүҙәһен күреп ҡала. Был хаҡта "КП-Уфа" сайты хәбәр итә (Комсомольская Правда в Уфе (kp.ru)).
Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, мәйеттә криминал эҙе табылмаған. 46 йәшлек ҡатын бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында һәләк булған, тип фаразлана.
Фажиғәнең аныҡ сәбәбен суд-медицина экспертизаһы асыҡлаясаҡ.
Фото: otvet.mail.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас в