Даирә
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Февраль 2021, 12:17

"Һеҙгә аҡса түләнмәйәсәк..."

– Ҡыҙым бәпәй көтә, 39 аҙна. Бына-бына дауаханаға ятырға кәрәк. Ләкин...

"Инцидент" системаһына Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһенән Оксана Логашева ҡыҙы өсөн борсолоп мөрәжәғәт иткән.
“Ҡыҙым бәпәй көтә, 39 аҙна. Бына-бына дауаханаға ятырға кәрәк. Ауырлы ҡатындарға бирелә торған түләүҙәр артынан йөрөй башланы. Ире хәрби хеҙмәттә. Әммә хәрби ҡатыны булараҡ түләүҙәргә үтмәйһегеҙ тигән яуап алды. Йәнәһе лә, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында ауырлы булыу тураһындағы мәғлүмәт дөрөҫ тултырылмаған. Был яңылышлыҡты нисек төҙәтергә белмәйбеҙ”, – тип хафалана ул.
Хәлде Дим районының клиник дауаханаһы баш табибы Фәнил Шәмиғолов үҙ күҙәтеүенә алған. Мәсьәлә аныҡланған һәм ыңғай хәл ителгән. Бынан һуң Оксана Логашова рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәй еткергән: “Беҙҙең мәсьәлә тиҙ арала ыңғай хәл ителде. Ҡыҙымды тыныс күңел менән дауаханаға оҙаттыҡ. Бәпестең донъяға ауаз һалғанын көтәбеҙ”.
фото: YouTube
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас в