Беҙгә кәрәк:
Он - 1 кг тирәһе
Һыу - 500 мл
Ҡоро сүпрә - 10 гр
Көнбағыш майы - 50 мл
Шәкәр - бер ҡалаҡ
Тоҙ - бер балғалаҡ.
Тәүҙә әсетке әҙерләп алырға кәрәк: сүпрәгә шәкәр һәм йылы һыу ҡойоп, әҙерәк он һалып болғап, өҫтөн ҡаплап, 10-15 минутҡа йылы урынға ултыртып ҡуябыҙ.
Әсетке ҡабарғас, уға шыйыҡ май, тоҙ өҫтәп, яйлап ҡына иләнгән ондо ҡуша барып, ҡамыр баҫабыҙ. Уны ҡулға йәбешмәҫлек булғансы баҫырға кәрәк буласаҡ. Ҡамыр йомшаҡ, һығылмалы килеп сығырға тейеш. Шунан таҙа һауытҡа күсереп, өҫтөн пленка йә таҫтамал менән ҡаплап, 40-50 минутҡа йылы урынға ҡуябыҙ. Ҡамырҙың күләме ике-өс тапҡырға артырға тейеш.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Әҡлимә Ғиззәтуллина.
(Фото:
onlygodblog.ru)