Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Февраль 2021, 12:29

Бәғзеләргә бала ҡәҙерлеме, әллә һөйәрме?

“Төшөрөргә” яратҡан өләсәй бер йәшлек ейәнсәрен күтәреп магазинға сираттағы шешә артынан йүгергән...

Өфө урамдарында бер әбей бәләкәй бала күтәреп хәйер һорашып йөрөгән. Опека органдары унан бер йәшлек сабыйҙы тартып алып, дауаханаға урынлаштырған. Хәҙер ҡыҙсыҡ “Беҙҙең балалар” хәйриә фонды ҡарамағында.
Ғаилә дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһендә йәшәгән. Әсә кеше баланы өләсәһенә ҡалдырып, үҙе һөйәре эргәһенә киткән. Өләсәй “төшөрөргә” яратҡан, баланы күтәреп магазинға сираттағы шешә артынан йөрөгән, үҙен йәлләтеп, сабыйҙы ашатып-эсерергә хәйер һорашҡан.
Баланың яҙмышына битараф булмаған кешеләр опека һәм попечителлек органдарына мөрәжәғәт иткән. Уларҙы ятаҡта иҫерек, йоҡоһонан уянып та етмәгән өләсәй ҡаршылаған. Уны эскелекте ташларға күндерә алмағандар. Һөҙөмтәлә ҡыҙ баланы ҡала дауаханаһы бүлексәһенә урынлаштырғандар. Имен булмаған ғаиләләрҙән тартып алынған сабыйҙарҙы профессиональ тәрбиәселәр ҡарай. Хеҙмәт хаҡын фонд түләй. Аҙаҡ дәүләт органдары сабыйҙың яҙмышын билдәләйәсәк.
Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/B-zel-rg-bala--erleme--ll--y-rme-673202/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: