Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Февраль 2021, 16:45

ВАҠ БӘЛЕШ

Кәрәк: 200 гр ҡаймаҡ, 0,5 сәй ҡалағы сода, 100 гр аҡ май, 1 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы тултырмай ғына тоҙ, самалап он. Эслек өсөн ваҡ итеп туралған тауыҡ ите, бәрәңге, 1-2 баш һуған, тоҙ, ҡара борос һәм 1 ҡап аҡ май кәрәк.

Ҡаймаҡҡа сода һалып яҡшылап болғатырға. Уға йомшарған аҡ май, йомортҡа, тоҙ , он һалып ҡамыр баҫырға һәм 20 минут ял иттерергә. Ит , бәрәңге, һуған турап , тоҙ , ҡара борос, аҡ май һалып бутарға. Был эслекте ҡамырҙың эсенә һалып ваҡ бәлештәр әҙерләйбеҙ. Артабан майлаған формаға теҙеп, 180 градуста 30- 40 минут тирәһе духовкала бешерергә.
Читайте нас: