Ир үҙ хужалығындағы иген келәтен тәртипкә килтергән ваҡытта уның өҫтөнә ауыр агрегат – иген сепараторы төшә. Фермер шул урында йән бирә. Бәхетһеҙ осраҡ сәбәптәрен асыҡлау буйынса Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы инспекторҙары тикшереү башлаған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш урынында фажиғәле һәләк булыу осраҡтары теркәлеп тора. Бәхетһеҙ осраҡтарҙың иң күбе төҙөлөш өлкәһендә, унан ҡала ауыл хужалығы сәнәғәте тармағы килә.
Фото: Яндекс.Дзен
Автор: Римма Султанова.